Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 13:56

Р-240 трассаһында ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде

Башҡортостанда Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн, 2 февралдә, иртәнге сәғәт 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде.
Сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-ға тиклем ғәмәлдә, һауа торошона ҡарап, оҙайтылыуы ла ихтимал.
Ошондай сикләү индереүгә һауа торошо – ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.
«Башинформ» агентлығы, «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып, ошо турала хәбәр итте.
Шулай уҡ Өфөгә йөк транспортына инеү тыйылды.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: