Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Трани Винченцо менән осрашҡан.
Премьер-министр хәбәр итеүенсә, һуңғы ете йылда яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше кәмеһә лә, быйыл Башҡортостандан Италияға экспорт артҡан.
Башҡортостандан ауыл хужалығы, медицина, еңел сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү мөмкинлектәре барлығын белдергән А.Назаров. «Кремонини групп» башлығы Башҡортостанды ит етештереү өсөн идеаль урын тип әйткән.
Яҡтар туристик ағымды киңәйтеү хаҡында килеште. Башҡортостан палата вәкилдәрен Өфөгә World Travel Technology Awards премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырҙы. Республика эшҡыуарҙары Италияла махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша ала.