Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 17:11

Өфөлә Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары өсөнсөгә үтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 5 февралдә Өфөлә өсөнсө Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары башлана.

Ярыштарҙа юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Дүрт көн дауам итәсәк сарала айкидо, тай боксы, самбо, кикбоксинг, бөтә стилдәге каратэ, билбау көрәше, тхэквон-до, ушу, мас-рестлинг буйынса сығыш яһаясаҡтар.
«Командаларҙың һан яғынан составы ауырлыҡ категорияһында йәки программаның күрһәтеү төрөндә ике кешенән артмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән 25-кә тиклем», — тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Өфөлә беренсе асыҡ Евразия студент хәрби сәнғәт уйындарында Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы еңеү яулаған. Әле лә беҙҙең спортсылар һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/1553309-ufa-v-tretiy-raz-primet-otkrytye-evraziyskie-studencheskie-igry-boevykh-iskusstv-/
Читайте нас: