Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 17:58

Башҡортостан Республикаһы милли музейы һәм уның өс филиалы «Артефакт» мобиль ҡушымтаһында күрһәтелгән

2020 йылда Башҡортостан Республикаһының милли музейы һәм уның өс филиалы: Аксаков ғаиләһе музейы (Бәләбәй районының Надеждино ауылы), Дүртөйлө тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы һәм Туймазы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы – «Артефакт» Рәсәй Федерацияһы Музей фонды платформаһында өҫтәмә ысынбарлыҡ мультимедиа –гидтарын төҙөү конкурсы еңеүселәре булды. Конкурс «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мөхит» федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

«Артефакт» мобиль ҡушымтаһында һәр музейҙан 40 экспонат күрһәтелгән: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы даими экспозициянан иң ҡыҙыҡлы экспонаттар тураһында материалдар, Туймазы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы - «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди мәҙәниәте» залының, ә Аксаков ғаиләһе музейы – «Аксаков ғаиләһе музейының ҙур ҡунаҡ бүлмәһе» залының экспонаттарын тәҡдим иткән.
«Артефакт» мобиль ҡушымтаһында музей экспонаттарын табыу өсөн, музейҙың исемен эҙләү юлына яҙырға кәрәк. Һәр музей экспонаты тураһында мәғлүмәт музей әйберҙәре тураһында һөнәри мәҡәлә, эҙләүсенең смартфон йәки планшетында тыңлау өсөн аудиогид, һәм предметтың рәсемендә өҫтәмә мәғлүмәт менән бер нисә «ҡыҙыҡлы нөктә».
Музей экспонаттары хаҡында мәғлүмәт алырға теләгән кеше, үҙенең смартфон йәки планшетына «Google Play Market» йәки «Store Apple» аша «Артефакт» мобиль ҡушымтаһын ҡуя, уны көйләй, файлдар пакетын күсереп ала һәм экспонатҡа ҡоролмаһының камералаһән төбәй. (күләмле экспонаттар өсөн – экспонат аҫтындағы QR-код-ҡа).
«Артефакт» ҡыҙыҡһыныусыға экспонатты, музей экспозицияларын үҙаллы өйрәнергә мөмкинлек бирә
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы
Читайте нас: