Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 01:40

Рәсәйҙә 1 февралдән социаль түләүҙәр арта

1 февралдән Рәсәй Пенсия фондынан алған социаль индексациялана.

«1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләү (ЕДВ) 4,9% -ҡа артасаҡ. Уны Рәсәйҙә федераль ташламаларға хоҡуғы булған 14,7 миллион кеше ала.
Был категорияға инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, радиацияға эләгеүселәр, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һ.б. Индексация күләме 2020 йылдағы инфляцияға ярашлы иҫәпләнә», —тип хәбәр итә ТАСС.
Бынан тыш, 4,9%-ҡа шулай уҡ айлыҡ аҡсалата түләүгә ингән социаль хеҙмәттәр ҙә артасаҡ.
Февралдән йыйылмалар 1 211,66 һумға тиклем арта (уны аҡсалата йәки социаль хеҙмәт формаһында алырға була) :
— дарыуҙар, медицина изделиелары, инвалид балаларға туҡланыу (дауалауға ярашлы) (аҡсалата эквивалент — бер айға 933,25 һум),
— төп ауырыуҙы дауалау өсөн санатор-курорт дауаланыуға юллама (аҡсалата эквивалент — бер айға 144,37 һум),
— тимер юл транспортында йәки ҡала-ара транспортта дауаланыу урынына бушлай барып ҡайтыу (аҡсалата эквивалент — бер айға 134,04 һум).
Бынан тыш, февралдән мәрхүмдәрҙе күмеү өсөн түләнгән пособие арта. Эш стажы булмаған пенсионерҙың яҡындарына 6 424,98 һум ярҙам бирелә.
"Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса.
Фото: sysertnews.ru
Читайте нас: