Был ваҡыт эсендә һәр төбәктә ҡалдыҡтар әйләнеше буйынса программалар төҙөлдө, шул иҫәптән айырым йыйыу буйынса проекттар эшләнде. Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға республика халҡының өстән бер өлөшө генә йәлеп ителгән. 2020 йылда муниципаль райондарҙа икенсел матди ресурстар йыйыу өлкәһендә бәләкәй бизнес әүҙем үҫешә башланы. Был өлкәлә Бишбүләк, Борай, Балтас, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарының шәхси эшҡыуарҙары эшмәкәрлек алып бара.
Мәҫәлән, Дыуан районынан бер шәхси эшҡыуар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса фирма етәксеһе Марат Сафин икенсел сеймал (полиэтилен, макулатура, алюмин банккалар)ҡабул итеү пункттарын булдырып, ошо өлкәләге проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ул республиканың төньяҡ-көнсығышын хеҙмәтләндерә һәм сеймалды ҡабаттан эшкәртеүселәр менән туранан-тура эшләй. Мәҫәлән, икенсел сеймал Свердловск өлкәһендәге Краснотуринск бесән бәйләү шпагаттары эшләү буйынса заводҡа китә, ә эшҡыуар бартер буйынса шпагат ала.
- Беҙҙең һәр беребеҙҙең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индергән өлөшө бөтә тирә-яҡҡа файҙа килтерергә тейеш. Районда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу халыҡтың экологик үҙаңын ғына түгел, сүп-сарҙы айырым йыйыу процесын оптималләштереүгә лә билдәле бер өлөш индерәсәк, - тип билдәләй Марат Сафин.
Республикала беренсе этапта ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһын үҫтереүҙе белем биреү учреждениеларын махсус контейнерҙар менән йыһазландырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылда ҡала һәм район үҙәктәрендәге 487 белем биреү учреждениеһында айырым йыйыу өсөн 799 һәр береһендә 3 контейнер булған интерьер контейнерҙар комплекты урынлаштырылды. Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы 2021 йылда белем биреү учреждениелары бындай интерьер контейнерҙар менән ҡалған ауыл тораҡ пункттарын йыһазландырырға планлаштыра.
Ауылда икенсел сеймалдан нигеҙҙә пластик (шешә, шампундәрҙән ҡалған һауыттар, полиэтилен тоҡсайҙар) булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы унда ике төрлө ҡалдыҡтарҙы йыйыу системаһын ойоштороуҙы маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй.
- Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу мәсьәләһендә беҙ сифатлы үҫештә булырға тейеш. Махсус контейнерҙар ҡалала ғына түгел, ә ауыл биләмәләрендә лә барлыҡҡа килә. Әлбиттә, әлегә башлыса пэт-шешәләр өсөн селтәрҙәр. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһын республика халҡы өсөн түләүҙәрҙең әҙерәк булыуына, ә н ҡабул ителгән ҡалдыҡтарҙың ҡабаттан эшкәртеүгә барыуына килтерергә тейеш. Был экологик көсөргәнеште кәметеү, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү һәм «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә комплекслы система булдырыу» федераль проекты күрһәткестәренең һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү мөмкинлеге бирә, шулай уҡ сүп-сар сығарыуҙа тарифтарҙы үҫеүҙән туҡтатыуға булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәр.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы