Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 12:02

2020 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында тармаҡты финанслау 3 тапҡыр артты

- Йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, шуны ышаныс менән әйтергә мөмкин: пандемияға бәйле сикләүҙәр ваҡытының ҡатмарлыҡтарын республиканың мәҙәниәт өлкәһе лайыҡлы күтәрҙе, улай ғына ла түгел эште онлайн форматҡа уңышлы күсерә алды, - тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бәҙрәнов онлайн-брифинг барышында. Ул журналистарға 2020 йылда мәҙәниәт өлкәһе һәм киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында һөйләне.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Һуңғы йылдарҙа тармаҡты финанслау һиҙелерлек артты. Шуныһы һөйөнөслә: был, шул иҫәптән, федераль аҡса йәлеп итеү иҫәбенә лә арта.
2020 йылда 335 миллион һум йәлеп ителгән, шул иҫәптән 219,5 миллион һум – «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә, 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға күберәк. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә был сумма 3 тапҡырға артҡан.
2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проектының барлыҡ күрһәткестәренә лә өлгәшелгән. «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Театр-балаларға», «Бәләкәй ҡала театры» федераль проект уңышлы тормошҡа ашырыла. 2020 йылда муниципаль сығымдарҙы иҫәпкә алып бөтә проекттар йомғаҡтары буйынса ремонтланған һәм яңыртылған мәҙәниәт учреждениелары рекордлы һан – 403-кә етте, дөйөм сумма 990,643 миллион һум.
Был ҙур эштәр тармаҡтың төп бурысын - республикабыҙҙың һәр төбәгендә мәҙәниәт учреждениеларын файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы
Читайте нас: