Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 14:00

СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой 88-се йәшендә вафат булды

Актер COVID-19 йоҡтороп сирләгән

Бынан алда Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры директоры Кирилл Крок Лановойҙың хәле хөртәйеү сәбәпле реанимацияға күсереүҙәрен белдергән.
Актер һәм уның ҡатынының коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы 2 ғинуарҙа мәғлүм була. Артистың үпкәләре 5% зарараланған һәм уға пневмония диагнозын ҡуйғандар. Василий Семеновичҡа 16 ғинуарҙа 87 йәш тулды.
Василий Лановой 1934 йылда Мәскәүҙә тыуған. Мәктәпте тамамлағас Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Тик унда ярты йыл ғына уҡый, һуңынан Б.Щукин исемендәге театр училищеһына күсә. Уны 1957 йылда тамамлай. Уҡыған ваҡытында уҡ беренсе тапҡыр фильмда төшә. 1957 йылдан алып Вахтангов исемендәге театрҙа уйнай, киноларҙа ла ҡатнаша.
Уның кинокарьераһында 80-дән артыҡ фильм иҫәпләнә. Улар араһында «Алые паруса», «Война и мир», «Анна Каренина», «Офицеры», «Семнадцать мгновений весны» һ.б.
1985 йылда Лановой Б.Щукин исемендәге театр институтында сәхнә телмәре кафедраһында уҡыта башлай, һуңынан профессор дәрәжәһен ала һәм ошо уҡ кафедраны етәкләй.
Василий Лановой Ленин премияһы лауреаты, РФ Хеҙмәт Геройы. III һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Халыҡтар дуҫлығы, Дан ордендары, Андрей Первозванный, II дәрәжә Бөйөк Петр, Изге Станислав, «За рыцарство», Александр Невский ордендары менән бүләкләнгән.
Киңкүләм мәғлүмәт саралары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: