Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 02:12

Легендар комдив Шайморатов һәйкәле ниндәй буласаҡ?

Бөгөн Республика башлығы Башҡортостан Дәүләт йыйылышына мөрәжәғәтендә М.Шайморатов һәйкәленең макеты менән таныштырҙы

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә конкурста еңгән макет менән таныштырҙы.
Ижади эштәр араһынан һайлап алынған һәйкәл башҡаланың яңыртылған Совет майҙанының үҙәгендә ҡуйыласаҡ тип планлаштырыла.
«Әле Өфөләге Совет майҙанын үҙгәртеп төҙөү эштәре дауам итә. Уны халыҡ геройының һәйкәле биҙәйәсәк. Монументтың проектын республика халҡы үҙе һайланы», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика халҡының 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы Указды шатланып ҡаршы алғандарын билдәләп үтте.
Белеүебеҙсә, үткән йылда «Торатау» Конгресс-холында ойошторолған макеттар экспозицияһын 500-ҙән артыҡ кеше ҡараны. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ижади ойошмалар ағзалары, республикала йәшәүселәр һораштырыу ҡағыҙын тултырҙы, 19 эште ун баллы шкала буйынса баһаланы.
Республика матбуғаты буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: