Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 13:05

"Мәғариф" милли проекты: Башҡортостан уҡыусыларын квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәтәләр

Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе Ауырғазы районында 2 аҙнаға туҡталды. Беҙ был турала яҙып үткәйнек инде. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

19 ғинуарҙан Талбазы ауылындағы 3-сө мәктәп уҡыусылары өсөн «Башҡортостан кванториумы» күсмә технопаркының ресурстарын ҡулланып, беренсе дәрестәр башланды. Бер аҙна эсендә балалар 3Д-принтерҙа сығарыу өсөн 3Д-моделдәр, Ардуино микроконтроллер базаһында ҡоролмалар төҙөргә һәм программалаштырырға өйрәнде, Scratch программаһы ярҙамында уйындар төҙөнө, виртуаль ысынбарлыҡ мәрәйҙәре өсөн уйындар эшләү нигеҙҙәре менән танышты, квадрокоптерҙы автономиялы осоуға көйләргә өйрәнде, мәктәп буйынса виар-тур булдырҙылар.
«Минең өсөн иң мөһиме - балаларҙың яңы белем алыуы, сөнки мин үҙем ауыл мәктәбендә уҡыным, һәм беҙгә ниндәй булһа ла мөмкинлектәр булманы. Мәктәп һәм ауыл балалары өсөн был бик яҡшы мөмкинлек. Мәктәп программаһы сиктәрендә өйрәнеү мөмкин булмаған нәмәләргә өйрәнәләр», - тип билдәләне «Гео һәм Аэроинформатика» йүнәлеше буйынса остаз Ирина Сәлмәнова.
Ирина Сәлмәнова менән бергә тағы ла бер нисә белгес килгән. Һәр береһенең технология өлкәһендә үҙ йүнәлеше. Кемдер виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ менән, кемдер робот төҙөү техникаһы, ә кемдер гео - һәм аэроинформатиканы өйрәнеүҙә ярҙам итәсәк.
«Башҡортостан кванториумы» мобиль технопаркы йыл дауамында 12 агломерация - Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарының 5-11 кластарҙан 2000-дән ашыу уҡыусыны өйрәтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль һәм төбәк бюджеты иҫәбенә алып барыла.
Уҡыу тамамланғас мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын тапшырасаҡ. Шуларҙан иң яҡшылары конкурстарға, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй конкурстарына ла тәҡдим ителәсәк. Проект етәкселәре билдәләүенсә, уларҙың төп маҡсаты — һәләттәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү.
Читайте нас: