Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 01:13

Көрәшселәребеҙгә афарин!

23 ғинуарҙа РСФСР-ҙың спорт мастеры Булатов Дамир Әхиәр улы иҫтәлегенә арналған асыҡ республика көрәш турниры үтте

Ауырғазы районының Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Булат Ильясовтың тәрбиәләнеүселәре лә был ярыштан ситтә ҡалманы. Үҙ ауырлыҡ категорияларында ышаныслы сығыш яһап, бүләктәргә лайыҡ булдылар.
Бына улар:
Сатлыҡов Нурислам – 1-се урын (30 кг-ға тиклем)
Сатлыҡов Искәндәр – 2-се урын (40 кг-ға тиклем)
Ғәлимов Ленар – 3-сө урын (40 кг-ға тиклем)
Назаров Байрас – 1-се урын (50 кг-ға тиклем)
Шәмсетдинов Илназ – 2-се урын (55 кг-ға тиклем)
Аҙнаев Роман – 2-се урын (60 кг-ға тиклем)
Байғолов Айҙар – 3-сө урын (70 кг-ға тиклем).
Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: Ауырғазы Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе
Читайте нас: