Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 15:05

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура формалаштырыу дауам итә

«Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» төбәк операторы Кушнаренко районына 50 евроконтейнер оҙатты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был контейнерҙар партияһы камиллаштырылған. Уларҙың конструкцияһы иң ныҡлыһы, һауа торошо үҙгәрештәренә тотороҡло, хәҙерге заман экологик нормаларға тап килә, эксплуатациялау ваҡыты тамамланғандан һуң уларҙы ҡабаттан эшкәртергә мөмкин.
Өфө һәм Башҡортостандың 14 районы ингән 1-се төбәк операторы Благовещен, Благовар, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Шишмә райондарында төрлө күләмле 800 күсмә пластик контейнер урынлаштырҙы ла инде.
- Ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктураны булдырыу һәм үҫтереүҙә беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып контейнер паркын яңыртыу тора. Беҙ контейнерҙарҙы алмаштырыу буйынса даими эш алып барабыҙ, идара итеү компаниялары һәм урындағы хакимиәттәр менән берлектә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә, шулай уҡ граждандар фекерен иҫәпкә алып эшләйбеҙ, - тип аңлатты төбәк операторы вәкиле Андрей Яматин.
Бынан тыш, «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалығ»ы Өфө, Архангел, Балаҡатай райондарында контейнер паркын яңыртыуҙы планлаштыра, был халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә һәм «Экология» милли проекты «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу» федераль проектының һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренә ирешеү мөмкинлеген бирә.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы белгестәре әйтеүенсә, республикаһы территорияһында барлығы 20135 контейнер майҙансығы төҙөкләндерелгән, 54 235 контейнер урынлаштырылған. Бөгөнгө көндә 6 меңдән ашыу контейнер майҙансығын йыһазландырыу һәм унда 13 520 контейнер урынлаштырыу талап ителә.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Читайте нас: