Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 21:30

Республикала ковид-сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың һаны 23 410-ға еткән, шул иҫәптән, һуңғы тәүлектә – 168.

Һәм дауаханаға һалынған сирлеләр һаны ла әҙәйгән. Әлеге көндә стационарҙа 497 пациент дауалана, 56-һы – ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус менән ауырыған 17 591 кеше һауыҡҡан, 17-һе үлгән.
Бер тәүлек эсендә 263 дауахананан тыш пневмония йоҡтороу осрағы асыҡланған, 257 пациент һауығып сыҡҡан.
Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавирус инфекцияһы йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү тураһында уйлайҙар. Дөйөм алғанда, 15 февралгә хәтлем уларҙың һанын 1000-гә ҡыҫҡартыу көтөлә.
Максим Забелин 25 ғинуарҙа хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, 5-се һәм 10-сы дауаханалар ғәҙәттәгесә эшләй башлаған, медицина учреждениеларын профилле эшкә сығарыу планы әҙерләнгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: