«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған”кинокартинаһы 19-сы Дакка халыҡ-ара кинофестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылған.
Фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Фестиваль 2021 йылдың 16-24 ғинуарында Дакка ҡалаһында уҙҙы. Сараны 1977 йылдан Бангладешта сәләмәт кино мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнгән Rainbow Film Society ойошторған. Кинофестивалдә 73 илдән 226 фильм ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төрлө кинофестивалдәрҙә бик күп наградалар яулаған фильм 4 мартта Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк.