Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 04:22

Өфөлә ҙур янғын сыҡҡан

2021 йылдың 25 ғинуарында киске 19:20 сәғәттә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идараһына янғын тураһында хәбәр килә.

Янғын һүндереүселәр Өфөоргсинтез заводы биләмәһендәге асыҡ майҙансыҡта нефть продукты булған ике һыйышлыҡтың яныуын билдәләй.
Янғынға дүртенсе класлы хәүефлелек бирелә.
Янғын һүндереү шыйыҡсаһы менән 12 прибор ярҙамында күрше ҡоролмалар һыуытыла. 4 участоктан янғын һүндереү ойошторола.
Мәғлүмәттәр буйынса бер кешенең һәләк булыу, бер кешенең дауаханаға оҙатылыуы билдәле.
Оператив штаб ойошторолған.
Янғынды һүндереүҙә 127 кеше, 44 берәмек техника эшләй, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составынан 90 кеше, 29 берәмек техника.
Сығанаҡ: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Читайте нас: