Медицина учреждениеһының баш табибы Ринат Нагаев белдереүенсә, дауахана был яңы аппаратты һатып алыу мөмкинлеген оҙаҡ көткән.
- МРТ - бик ҡиммәтле (65 миллион һум) медицина ҡорамалы, уның менән эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтергә, айырым урын әҙерләргә кәрәк. Был эштәр уңышлы башҡарылды. Сығымдарыбыҙ үҙен аҡлар, тип ышанабыҙ. Үҙебеҙҙең дауаханала МРТ кабинеты булыуы емешле эшләү өсөн киң мөмкинлектәр бирә, - тине ул.
Аҙаҡ нур диагностикаһы бүлеге мөдире Гөлнара Садиҡова коллективты аппараттың үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Кабинетта ингәндә ниндәй ҡәтғи сикләүҙәр булыуы тураһында, шул иҫәптән телефондар һәм металл әйберҙәр менән инергә ярамағанлығын иҫкәртте.
Табип-рентгенолог Ренат Әхтәмовтың яңы магнит-резонанслы томографтың мөмкинлектәре тураһында һөйләгәне коллегалары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы