Гөлназ Садиҡова - «Нуриман» йәштәр туристик-спорт үҙәге ҡаршыһындағы ирекмәндәр үҙәге етәксеһе.
«Беҙҙең райондан конкурста ҡатнашырға ике Ҡыш бабай ғариза бирҙе, шуларҙың береһе еңеү килтерҙе. Беҙҙең команданың эшен юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен!», - тип шатлығы менән бүлешә Гөлназ.
Нуриман районы ирекмәндәре «Яңы йыл! Йәки коронавирусҡа ҡаршы көрәш» тип аталған онлайн-әкиәт әҙерләгән. Унда төп геройҙар – Мәскәй әбей һәм Кикимора балаларға бүләктәр тапшырыу һәм мөғжизәле кәйеф бүләк итеү өсөн донъяны COVID-19-ҙан ҡотҡаралар.
Эксперттар фекеренсә, әкиәт иң үҙенсәлекле ижади эш тип таныла.
Тиҙҙән еңеүсе команда ысын Ҡыш бабай менән осрашыу өсөн Бөйөк Устюгҡа сәйәхәткә барасаҡ.
«Беҙ бергә» Бөтә Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһы сиктәрендә конкурсты Ирекмән үҙәктәре ассоциацияһы ойошторҙо
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорты министрлығы