Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 00:57

«Өс таған» фильмы тиҙҙән прокатҡа сыға

4 марттан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән картинаны Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин.

4 марттан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән картинаны Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин. Фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
«Ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләне, һәм мин ҙур ышаныс менән башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауышты һәм һүрәтте күргәнегеҙ юҡ тип әйтә алам! Ә музыкаһы ниндәй! Бәлки, iMAX залында ла күрһәтербеҙ», — тигән режиссер.
«Өс таған» фильмы башҡорт классигының тыуыуына 100 йыл тулған йылда юбилей саралары
барышында күрһәтелгәйне
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән.
Читайте нас: