Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 23, 24, 25 ғинуарҙа йылы булыуы көтөлә. Шәмбе, 23 ғинуар, ҡайһы бер райондарҙа иртә менән һауа температураһы -32 градусҡа ҡәҙәр төшәсәк.
Төндә һәм иртәнге мәлдә юлдарҙа томан булыу мөмкинлеге бар.
24 һәм 25 ғинуарҙа ҡар яуасаҡ, ул еүеш ҡарға әйләнә, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Урыны менән буран, ел тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем.
Бындай һауа торошонда еүеш ҡарҙың ағастарға, тимер сымдарға ҡар һырыуы көтөлә.
Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ вәғәҙә итә синоптиктар.
Көндөҙ һауа температураһы 0, -5 градусҡа күтәрелеүе ихтимал.
Ҡатмарлы һауа шарттарында оҙон юлға сығыуҙан тыйылырға, автотранспорт менән хәрәкәт иткәндә иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға кәңәш ителә.