Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 23:58

БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫ БУЛЫРМЫ?

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов брифингта Бөтә донъя фольклориадаһы-2021 тураһында ҡарар алдағы көндәрҙә ҡабул ителәсәген әйткән.

Бөтә донъя фольклориадаһы коронавирус буйынса ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле сара 2020-нән 2021 йылдың йәйенә күсерелгәйне. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов брифингта Бөтә донъя фольклориадаһы-2021 тураһында ҡарар алдағы көндәрҙә ҡабул ителәсәген әйткән.
«Бөгөнгә беҙ республикала «Фольклориада»ны уҙғарыу позицияһын һаҡлайбыҙ һәм эпидемиологик хәлдең үҫешен күҙәтеп барабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡәтғи ҡарарҙы көтәбеҙ. Ошо көндәрҙә ойоштороу комитетының федераль һәм республика ағзалары ҡатнашлығында ҡарар ҡабул ителер тип уйлайбыҙ», — ти премьер-министр урынбаҫары.
Башҡортостанда Халыҡ-ара фольклор фестивале 3-10 июлдә ойошторола. Фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, костюмдар парады, мәҙәниәт буйынса ҙур конференция һәм һөнәрселәр күргәҙмәһе Өфөлә уҙғарыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтары буйынса.
Фото: niejournal.ru
Читайте нас: