Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 17:47

Талбазы үҙәк район дауаханаһына яңы автомобилдәр бирелде

Өфөлә Ауырғазы районы дауаханаһына яңы автомобилдәр асҡысы тапшырылды.

Бөгөн Өфөлә, Республика йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров медицина ойошмаларына 15 Lada Granta 219010 һәм 10 УАЗ 3163 машиналарынан асҡыстар тапшырҙы.
Яңы техникаға эйә булыусы ете район һәм ике ҡала араһында Ауырғазы районы ла булыуы һөйөнөслө. Район үҙәк дауаханаһына ике автомобиль бүленде.
Ауырыуҙы медицина ойошмаһына, медицина хеҙмәткәрен ауырыу янына алып барыу өсөн тағы бер мөмкинлек артты. Заманса машиналар барып етеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырған торлаҡ пункттарына ла бара аласаҡ.
Читайте нас: