Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 14:05

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта

Республикала 1 февралдән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға хаҡ артасаҡ. Ниндәй районда ул күпмегә арта һәм ни өсөн?

Әле был коммуналь хеҙмәт өсөн 55 һумдан 75 һумға тиклем түләүҙәр бар. Был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем торлаҡ пункттан сүп-сар сығарылғанмы, юҡмы, шуға бәйле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә республика биш зонаға бүленгән, һәр зонаны хеҙмәтләндереүсе компания-оператор бар.
1 февралдән шуларҙың өсөһөндә хаҡтар арта. Ҡалған икеһе тураһында мартта билдәле буласаҡ.
Ниңә әле хаҡтар арта? Биш зона өсөн дә тариф 2018 йылда, сүп-сар реформаһы башланғас та, билдәләнгән.
Республика башлығы Радий Хәбирова иң бәләкәй сумма түләүҙе тәҡдим итте – 35-50 рублей.
Был операторҙарға һәр торлаҡ пунктан сүп сығарыуҙы ойоштороу өсөн кәрәк ине. Сөнки ҡайһы бер урынға ул айына бер генә килде.
Ике йыл эсендә эштәр яйға һалынды. Бөтә ауылдарҙа ла контейнер майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырылды, сүп сығарыу автопаркы артты, уларҙың хәрәкәтен автоматлаштырылған система теркәй.
Тик сүптәрҙе сығарыу менән генә эш бөтмәй, уларҙы сорттарға айырырға, эшкәртергә һәм юҡҡа сығарырға кәрәк. Төбәк операторҙары хәҙер сорттарға айырыу, эшкәртеү предприятиелары, полигондар төҙөргә тейеш. Бының өсөн сығымдар талап ителә, шуға күрә минималь тарифты планлаштырылған суммаға күтәреү талап ителә.
Өс оператор инвестиция программаларын тәҡдим итте, улар 2021 йылда Туймазы районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөйәсәк. 2022 йылда Мәләүез районында — ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, 2025 йылда Благовар районында шундай уҡ полигон һәм һигеҙ районда сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөргә планлаштыра.
Шуны ла белергә кәрәк: оператор сүп-сар сығарыу графигын үтәгән осраҡта ғына яңы тариф буйынса аҡса алыу хоҡуғына эйә. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ул көн һайын эшләй, а башҡа торлаҡ пункттарҙа – өс көнгә бер тапҡыр.
Әгәр ҙә компания үҙ бурыстарын үтәй алмаһа, тариф ҡабаттан 55 һумға төшәсәк. Быны автоматлаштырылған система күҙәтә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: