Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 12:34

Башҡортостан оҫталарының әйберҙәре «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында күрһәтеләсәк

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан агентлығының Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән «Оҫталар йәрминкәһе» платформаһында тауарҙарҙы урынлаштырыу һәм уларҙы киң йәмәғәтселеккә сығарыуҙа дәүләт ярҙамы алыуға ғариза ҡабул итеү тураһында иғлан итте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡт инициативаһына ярҙам итеү» милли проектына ярашлы, Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығы ярҙам күрһәтә. Проекттың маҡсаты – Башҡортостан һөнәр оҫталарының тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен киң танытыу, һатыу баҙарын киңәйтеү.
«Оҫталыҡ йәрминкәһе» платформаһы аша 100 меңдән ашыу һөнәрсе уникаль изделиеларын тәҡдим итә. Рәсәй экспорт үҙәгенең версияһы буйынса ул төп маркетплейстарҙың ТОП-10 рейтингына инә һәм handmade оҫталары, Рәсәй брендтары һәм дизайнерҙар әйберҙәре өсөн эре D2C-платформаһы булып тора. Платформаға ай һайын 8 миллиондан ашыу потенциаль һатып алыусы килә.
Әгәр һеҙ үҙенсәлекле продукция етештереүсе һөнәрсе булһағыҙ,һеҙҙең эштәрегеҙ «Оҫталар йәрминкәһе» электрон сауҙа майҙансығында урын ала һәм уны һатыу мөмкинлеге бирелә!
Ғаризалар 2021 йылдың 1 февраленә тиклем түбәндәге электрон почтаға ҡабул ителә: [email protected]
Оператор менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәт: 8(347)292-77-45.
8 (347) 224-99-99 телефон буйынса белешмә алып була
Сығанаҡ: Башҡортостан республикаһы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: