Кәңәшмәлә совет рәйесе итеп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, секретары итеп Өфөнөң 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова һайланды.
Фонд директоры Гөлназ Йосопова ойошманың 2020 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны, шулай уҡ ағымдағы йылға билдәләнгән саралар хаҡында һөйләне.
2020 йылда фонд Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, «Яңы ҡараш» һәм «Яңы ҡараш 2.0» башҡорт проекттарының исем туйы, Башҡорт теле көнө, «Эшлекле башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһы кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн «Инофон», «Әлләсе», «Башворд», «Эшлекле башҡорт теле», «Башкортсофт» онлайн тәржемәсе ҡушымталары әҙерләп сығарҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, Попечителдәр советы ағзаһы Урал Килсенбаев республика етәкселеге исеменән фондҡа әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1548177-popechitelskiy-sovet-fonda-po-sokhraneniyu-bashkirskogo-yazyka-vozglavila-gulfira-abdullina/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы