Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 16:35

Ауырғазы районы музейында Бәхти Ғайсин тормошона арналған күргәҙмә асылды

Күренекле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан Ауырғазы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында әһәмиәтле күргәҙмә асылды

БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан Ауырғазы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында асылған күргәҙмә «Бәхти Ғайсиндың тормошо һәм ижады» тип атала.
Күргәҙмәлә композитор Бәхти Ғайсин һәм уның ҡатыны, йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның ижади эшмәкәрлеге, биографияһы тураһында материалдар урынлаштырылған. Бында шулай уҡ фоторәсемдәр, китаптар, грампластинкалар, Б.Ғайсиндың хеҙмәт кенәгәһе, музыкаль ҡоралы урын алған.
Бында мәктәп уҡыусылары күргәҙмә менән танышырға килә лә инде.
Читайте нас: