Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 01:24

Юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелде

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индергән.

Яңылыҡ шунда: 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн изоляция режимы 28 ғинуарға тиклем һаҡлана.
Указ буйынса республика һәм Рәсәй кимәлендәге рәсми спорт ярыштарын уҙғарырға рөхсәт бирелә, асыҡ һауала – тамашасыларҙың 50 проценты, ябыҡ бинала 30 проценты ҡарарға мөмкин.
18 ғинуарҙан Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ҡарамағындағы учреждениелары ғәҙәти эш тәртибенә күсә башларға тейеш. Әлбиттә, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Дөйөм туҡланыу ойошмаларына эш режимын урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 2-нән таңғы 6-ға тиклем сикләргә кәрәк (юл буйы сервисы объекттарынан һәм дистанцион һатыу итеүҙән тыш).
https://www.bashinform.ru/news/1547436-radiy-khabirov-vnyes-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән.
Читайте нас: