Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 12:47

Урмандарҙы тергеҙеү мәсьәләһе - Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы контролендә

2021 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы ведомство ҡарамағындағы учреждениелар етәкселәре менән “Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021 йылда урмандарҙы тергеҙеү мәсьәләләре буйынса видеоконференцбәйләнеш форматында кәңәшмә үткәрҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

https://srk.nationalpriority.ru
Төбәк проектының маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙың юҡҡа сығыу һәм тергеҙелеү балансын 100% нисбәтенә еткереүҙе тәьмин итеү, бурысы – урманды һаҡлау, шул иҫәптән урман үҫентеләренең киҫелгән һәм һәләк булған барлыҡ участкаларында уларҙы тергеҙеү нигеҙендә.
Кәңәшмәлә был эш өсөн участоктар һайлау, урман тергеҙеү проектын төҙөү буйынса йөкләмәләрҙе үтәү һорауҙары ла ҡаралды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектына ярашлы 2021 йылға түбәндәге маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнгән:
- урман ултыртылған майҙандар һәләк булған һәм киҫелгән майҙандарға ҡарата - 98,4%, ағас ултыртыу һәм тергеҙеү майҙаны - 14,3 мең га, урмандарҙы тергеҙеү өсөн үҫемлектәр орлоғо запасы - 2 тонна.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов һүҙҙәренсә, 2021 йылдың февралендә урман участкаларын арендалаусыларҙың 2020 йылдарҙа урман участкаларында килешеү йөкләмәләрен үтәү йомғаҡтары һәм был мәсьәлә буйынса 2021 йылға маҡсаттар билдәләү буйынса кәңәшмә буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проектты Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн, шул иҫәптән ведомство ҡарамағындағы учреждениелар өсөн кәрәкле ҡорамал һәм махсус техника менән йыһазландырыуға, урман янғындарынан һаҡлау буйынса саралар комплексын үткәреүгә 2021 йылға 162,3 миллион һум, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеүгә 99,3 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы
Читайте нас: