Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 13:28

Урман янғындарына ҡаршы техника ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылды

Ҡыш дауам итә әле, ә «Башҡортостан Республикаһы урман янғындарын иҫкәрте һәм һүндереү үҙәге»нең янғын һүндереү-химик станцияларында янғын сығыу хәүефе булған миҙгелгә тулы әҙерлек бара.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

https://srk.nationalpriority.ruhttps://srk.nationalpriority.ru- Бөтә төр техниканы дөрөҫ һаҡлауға мохтаж, - ти үҙәктең директоры Айрат Йосопов. - Ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу алдынан белгестәр уның торошон ентекләп тикшерә, кәрәк булғанда техник хеҙмәтләндереү башҡара. Беҙ барлыҡ станцияларҙа ла техниканы ҡышҡы һаҡлауға ваҡытында ҡуйҙыҡ.
- Әле техниканы ҡышҡы һаҡлау ваҡыты уҙмаған, республиканың урман янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт йөкләмәһе буйынса эш башҡарыу өсөн файҙаланылған техниканы трактор һәм автомашиналар техник регламентына ярашлы техник хеҙмәтләндереү һәм ағымдағы ремонтлау эштәре бара, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айрат Йосопов. - Техниканы әҙерләүҙән тыш, урман янғындарына ҡаршы ҡоралдар, йыһазладырыу ҡорамалдар, элемтә саралары һәм башҡа кәрәкле запастар тулыландырыла.
Шуны билдәләргә кәрәк, урман техникаһына ҡушымта булған документтағы талаптарҙы үтәгәндә, уны дөрөҫ һаҡлау шарттарын тәьмин иткәндә, техника менән оҙайлы ваҡыт ҡулланырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда республикала көсөргәнешле миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, урмандарҙа янғындан килгән зыян 7,3 миллион һум тәшкил итте. «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсатлы күрһәткесе – йыл йомғаҡтары буйынса зыян 18,3 миллион һумдан артыуына юл ҡуймаҫҡа - үтәлде.
Быға федераль проекты сиктәрендә һатып алынған яңы техника ярҙамында ирешелде. Улар ваҡытында ведомство ҡарамағындағы учреждениеларға тапшырылған. Шулай уҡ Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы формированиелары һәм ведомство-ара оператив эшмәкәрлек тә мөһим роль уйнаны.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы
Читайте нас: