Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 23:01

22 ғинуарҙа Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була

22 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуы онлайн-дискуссия форматында уҙғарыла. Ул Мәғариф министрлығының YouTube-каналында, министрлыҡтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә.
Сараның модераторы – педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Әсәҙуллин. Сарала ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрына һорауҙы 21 ғинуарға тиклем бирергә мөмкин:
Быны бер нисә ысул менән эшләргә була:
– электрон почта адресына: [email protected];
– Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәре аша;
– Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советының социаль селтәрҙәре аша.
https://www.bashinform.ru/news/1547930-22-yanvarya-sostoitsya-obshcherespublikanskoe-roditelskoe-sobranie-/
Читайте нас: