Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 22:43

2021 йылда кемдәргә ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бирелә?

OVID-19 менән сирләүселәрҙе дауалаған табиптар 2021 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыуҙы юлларға мөмкин.

C Был турала Федерация Советының социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Кусайко белдергән.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта сирлеләр менән бер ай эшләү өс айға һанала. Шуға күрә пенсияға сығыу мөмкинлеге яңынан иҫәпләнә.
Бынан тыш, табиптарға миллион ярым һумлыҡ автомобиль һатып алыу өсөн льгота ҡаралған. Түләүҙең 375 мең һумға етеүе ихтимал. Медицина хеҙмәткәрҙәренә лә билдәле эш стажы булған осраҡта торлаҡты хосусилаштырыу мөмкинлеге бирелде.
2021 йылда ауыр һәм хәүефле эш урындарында (металлургия, машиналар эшләү һәм химия производстволары өлкәһендә) эшләгән рәсәйҙәргә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы биреләсәге хәбәр ителгәйне инде.
Шулай уҡ инвалидтар, Алыҫ Себер райондарында эшләгән кешеләр, күп балалы әсәләр страховка пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләтеү хоҡуғына эйә.
https://www.bashinform.ru/news/1547787-eshche-odna-kategoriya-rossyain-poluchit-pravo-na-dosrochnyy-vykhod-na-pensiyu-v-2021-godu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: