Төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәренә көнүҙәк темалар буйынса консультациялар биреү, мәҙәни-ағартыу саралары күрһәтеү ойошторола. Башҡорт диаспораларын матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар биреләсәк.
Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурста Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты еңеүселәрҙең береһе тип танылды.
Проект Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
2020 йылда Рәсәйҙең биш төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.