Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 20:16

БАШҠОРТОСТАНДА ЫРЫУҘАР ҠОРО ҮТӘСӘК

14 ғинуарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Онлайн-форматта ойошторолған осрашыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Президиум ағзалары, бөтә комиссиялары рәйестәре, шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Милли музейы вәкилдәре саҡырылды.
Көн тәртибендәге төп тема булып Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡарау һәм раҫлау торҙо. Башҡарма комитет Тарих мәсьәләләре буйынса комиссия менән берлектә методик әсбап әҙерләне, унда тематик йыл программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәреү өсөн саралар тәҡдим ителгән.
Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин методик әсбаптың төп пункттары тураһында һөйләп үтте.
Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихы һәм Карауанһарай тарихи-архитектура комплексы буйынса саралар, «Шайморатов вариҫтары» проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү, «Төньяҡ амурҙары» исемле яңы проект.
Ултырыштың көн тәртибендәге икенсе пункт — «Ырыуҙар ҡоро» проекты. Уның авторы Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, сара республика телевидениеһында тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнә, елдәк, балыксы, ирәкте, мең, ҡаңлар, юрмый һәм башҡа ырыуҙар ҡоро үткәреү планлаштыра.
«Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов Миәкә районында төбәк-ара йыйын үткәреү, Ҡәнзәфәр бейгә бюст ҡуйыу, башҡорт генералы Хажи-Әхмәт Ишбулатовтың исемен мәңгеләштереү, шағир Сафуан Яҡшығоловтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса пландары менән уртаҡлашты. «
https://kurultai.ru/ba/content/1855-v-bashkortostane-projdut-sezdy-rodov/
https://tamasha-rb.rbsmi.ru/ материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: