Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 17:05

Башҡорт микрокредит компанияһы – эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы

Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслегендә үткән эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредиттар компанияһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға пландар билдәләнде. Фекер алышыуҙа Эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты,«Эшлекле Рәсәй» төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше буйынса Агентлыҡ етәкселәре ҡатнашты. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Микрокредитлау компанияһы - эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамын ғәмәлгә ашырыусы әйҙәүсе төбәк үҫеш институты. 2009 йылдан эшмәкәрлек алып бара.
Компания, ысынында, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү» милли проектын тормошҡа ашыра.
Эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән микрофинанслау ярҙамының дөйөм күләме 1 ғинуарға 3,6 миллиард һум тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә уҙған йылда эшҡыуарлыҡ субъекттарына заем биреү өсөн актив 822 млн. һумға тиклем, ә кредит портфеле 700 млн. һумға тиклем артты. Шул уҡ ваҡытта процент ставкалары 4,25 процентҡа тиклем кәметелде.
Коронавирус пандемияһы эҙемтәләрен йомшартыу өсөн эшҡыуарҙар менән ситтән тороп электрон форматта аралашыу форматы индерелгән. Микрофинанслау лимиттары арттырылды. Кредит каникулдары механизмы тормошҡа ашырыла.
Ошо саралар һөҙөмтәһендә заем алыусылар һаны артҡан. 302 яңы бизнес-проект ярты миллиард һумдан артығыраҡ суммаға финансланған. Каникул кредиты 300 миллион һум тиерлек күләмдәге займдарға бирелгән.
Мәҫәлән, Ҡариҙел эшҡыуары Николай Порядин кредит каникулы механизмы буйынса займ ҡайтарыу ваҡытын ярты йылға оҙайтты. Элегерәк, сикләүҙәр индерелеү сәбәпле, ул башҡорт йүкәһенән «Кохинор» ҡәләме өсөн Чехияға экспортҡа әҙерләмә һатыуҙы туҡтатырға мәжбүр булған. Хәҙер уның профилен үҙгәртеп етештереү мөмкинлеге тыуған. Шулай уҡ башҡалар ҙа тейешле ярҙам ала алған.
Әлеге ваҡытта микрокредит компанияһының эш һөҙөмтәләре һанлаштырылған һәм эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүсе иң яҡшы төбәк тәжрибәһе булараҡ «Смартек» платформаһына урынлаштырыуҙың финал стадияһында тора.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә алдынғы позицияны нығытырға, «Минең бизнес» үҙәге офистарында микрофинанс хеҙмәттәренең уңайлылығын ойоштороу һ.б. технологиялар индереү йүнәлешендә артабан камиллашыуҙы дауам итеү кеүек күрһәтмәләр бирелде.
Читайте нас: