Был йыйынтыҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә баҫылған.
Китаптағы махсус QR-код ярҙамында Google Play һәм AppStore сервистарынан мобиль ҡоролмаға бушлай «Өс дуҫ» ҡушымтаһын күсереп алырға була.
Ҡушымтаны асҡандан һуң, кәрәкле телде һайлап, смартфонды йыйынтыҡтағы һүрәттәргә йүнәлтергә кәрәк.
Нәшриәттә әйтеүҙәренсә, улар балаларҙы киләсәк технологиялары менән ҡыҙыҡһындырырға булған. Кескәйҙәр ҙур теләк менән китапты ҡулдарына алып, башҡорт әкиәтен уҡый һәм ҡарай башлауҙарын теләйбеҙ, тиҙәр.
3D форматындағы мультимедиа баҫмаһы тулыландырылған ысынбарлыҡты файҙаланыу иҫәбенә китап мөхитен тыуҙыра, баҫма биттәрҙе йәнләндерә.
Мультимедиа контенты китаптың йөкмәткеһен мәғлүмәти байытырға, күберәк күргәҙмәле уҡытырға мөмкинлек бирә.
«Китап» нәшриәтендә 2019 йылда «Хәйләкәр төлкө» әкиәте буйынса ҡушымталы йыйынтыҡ донъя күргән. Киләсәктә ошондай интерактив йыйынтыҡтарҙы йыл һайын нәшер итеү күҙаллана.
https://www.bashinform.ru/news/1546013-v-ufe-izdana-skazka-tri-druga-s-multimediynym-prilozheniem-na-trekh-yazykakh/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде.