Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 11:53

• Яңы йылдан ғаиләләр өсөн пособиелар нисек үҙгәрҙе?

2021 йылдан балалар өсөн ҡайһы бер пособиелар артасаҡ. 1 ғинуарҙан ниндәй суммалар булдырылды һуң?

. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиие. Уның күләме уртаса эш хаҡынан торасаҡ. 140 көн декрет өсөн минималь сумма — 58 797,2 һум, ә иң күбе — 340 795 һум тәшкил итә..
Шундай пособиены шәхси эшҡыуарҙар өсөн хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен иҫәпкә алып түләйҙәр. 1 ғинуарҙан ул 12 792 һумға етә, ә 140 көн өсөн 58 мең һум - был 2020 йылға иғәнә индергән осраҡта ғына түләнә.
Балаға йәш ярым тулғансы түләнәсәк пособие. Уның күләме уртаса эш хаҡының 40%-ын тәшкил итә, ләкин иң ҙур сумманан арттырылмай. Ул бер айға - 29 600,48. Минималь пособие — 6 752 һум, ул февралдән арта.
Әсәлек капиталының суммаһы ла үҙгәрә, ул 3,7%-ҡа арта һәм 639 431,83 һумға тиклем етәсәк.
Балалар өсөн башҡа төрлө пособиелар1 февралдән арттырыласаҡ.
Дәүләт хеҙмәте мәғлүмәттәренән.
Фото: com
Читайте нас: