«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Республикала 18-31 ғинуарҙа Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы үтәсәге тураһында хәбәр итә
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Планлаштырылған саралар Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә һәм Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц (Освенцим) үлем лагерын азат итеүҙең 76 йыллығына арнала.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлгән, саралар планы әҙерләнгән.
https://www.bashinform.ru/news/1545605-v-bashkirii-proydet-nedelya-pamyati-zhertv-kholokosta/