«Беҙ билдәләгән тариф иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, ул күпкә түбәнерәк. Беҙ быға аңлы рәүештә барҙыҡ. Хәҙер бурыстың беренсе этабы үтәлде – сүпте сығара башланылар. Киләһе этапты тормошҡа ашырырға – ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә сүп-сар сығарыу өсөн тарифты арттырыуҙың киләһе этабы тураһында уйлау мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.
«Спецавтохозяйство» предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһында (1-се зона) ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн хаҡ күп фатирлы йортта – 75 һум, шәхси өйҙә 76 һумға тиклем була.
«Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторының 2-се зонаһында түләү күп фатирлы йортта — 96 һум, шәхси йортта — 97 һум.
«Экосити» төбәк операторының 3-сө зонаһында хаҡ күп фатирлы йортта — 94 һум, шәхси өйҙә — 96 һум.
4-се зонала («Экология Т» төбәк операторы) түләү күп фатирлы йортта — 95 һум, шәхси йортта— 96 һум
4+ зонала («Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы) күп фатирлы йортта хаҡ — 104 һум, шәхси өйҙә — 106 һум.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы буйынса.