Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 20:51

Беҙҙең бейеүселәребеҙҙең тағы бер уңышы

"Шатлыҡ" бейеү ансамбленең өлкән төркөмө “Күмәк бейеү” номинацияһында II дәрәжә лауреаты исемен яуланы.

“Шатлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле - район сараларының бер сағыу биҙәге ул. Ләкин улар бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ла һынатмай, һәр саҡ еңеү яулай. Бына уларҙың иҫәбенә тағы бер еңеү өҫтәлде.
“Сәләм” X Төбәк-ара сыуаш йыры һәм бейеүе конкурсында “Шатлыҡ” өлгөлө хореографик ансамбле уңышлы сығыш яһаны. Альбина Йәлилова етәкселегендә шөғөлләнгән өлкән төркөм “Күмәк бейеү” номинацияһында II дәрәжә лауреаты исемен яуланы.
Афарин, егеттәр һәм ҡыҙҙар! Артабан да һеҙгә ижади уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: