Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 14:48

Бөгөн – Ижад көнө

Усман (Ҡаҙморон) ауылында йәшәп ижад итеүсе талантлы шағирәбеҙ Минира Бикәнәсованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

ТЫУҒАН ЯҠ
Ҡайтып килдем тыуған яҡтарыма Сихри ҡыштың төшөп юлына, Шыршы-ҡарағайҙар ҡаршы алды, Аҡ гөлләмә тотоп ҡулына.
Көмөш ҡарҙар ҡояш нурҙарынан Үреп һалған йәйғор толомо, Ағастары ҡулға-ҡул тотоноп Уйнай әйлән-бәйлән уйыны.
Ана,бейек тауҙар серен һөйләй Болоттарҙың ятып иңенә. Аҡландары әллә ҡайҙан мине Саҡырғандай әкиәт иленә.
Шаян ҡарҙар бала саҡтағылай Ашыҡтыра уйнап алырға. Теләр инем ап-аҡ ҡыштарымда Тыуған яҡтарымда ҡалырға...(2017й.)
Читайте нас: