Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 18:34

Февралдә алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда февралдә алты көнлөк эш аҙнаһы буласаҡ.

Был 23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бәйле.
2021йылғы календаргә ярашлы, 15 февралдән алып 20-һенә тиклем оҙон эш аҙнаһы көтә.
22 февраль, дүшәмбеләге эш көнө шәмбегә, 20 февралгә күсерелә.
20 февраль байрам алды көнө, шуға күрә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Йәкшәмбенән , 21 февралдән, шишәмбегә, 23 февралгә тиклем ял итәбеҙ.
Байрамдарҙан һуң килгән аҙна өс көнлөк эш аҙнаһы буласаҡ.
Читайте нас в