Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 01:50

БАШҠОРТОСТАНДА БУРАН ТУҠТАРҒА УЙЛАМАЙ

Синоптиктар белдереүенсә, ял көнөндә башланған буран һәм көслө ел төнөн дә туҡтамаясаҡ.

Шулай уҡ иртәгә, йәки 11 ғинуарҙа ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Бөгөн иртәнсәктән үк бөтә республика буйынса көслө ҡар яуа, ел тиҙлеге секундына 20 метр.
Республиканың коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда буран иртәгә көндөң кисенә тиклем дауам итәсәген, уның тиҙлеге секундына 18 метрға етәсәген хәбәр итә. Ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтеләсәк.
Юлда һаҡ, иғтибарлы булырға кәрәк.
Төнөн ҡар яуа, көндөҙгә ул бер аҙ кәмей, юлдарҙа ҡар өйөмдәре, боҙлауыҡ буласаҡ.
Республиканың төньяғында һауа температураһы көндөҙ -13,-18°, көн дауамында ул -18,-23°-кә етә; көньяғында төнөн -8,-13°, көндөҙ -4,-9°.
Сығанаҡ: : https://ufa.mk.ru/social/2021/01/10/shtormovaya-pogoda-v-bashkirii-ne-prekratitsya-i-nochyu.html?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop
Читайте нас: