Йыл һайын Башҡортостанға 2-нән 2,5 миллионға тиклем турист килә икән
Үткән йылда, пандемия осоронда, сит илдәргә сәйәхәттәр тыйылғанлығы билдәле.
Илдә туризм миҙгелен асыу рөхсәт ителгәс, Башҡортостанда үҙаллы туризм артыуы күҙәтелә һәм ул 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән.
Быйыл Башҡортостанда туристар өсөн навигациялар күрһәткестәре (федераль, төбәк һәм урындағы юлдар, ҡалаларҙа навигация) һанын 1500-гә тиклем арттырмаҡсылар. 2020 йылда 877 күрһәткес булған. Былтыр ғинуар – ноябҙә туризм өлкәһендәге хеҙмәттәр күләме 3,9 миллиард һум тәшкил иткән.
2021 йылда Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы 300 километрға тиклем артасаҡ.
Башҡортостан “Урал аръяғы-2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргән өсөн “Russian Event Awards-2020” туризм өлкәһендәге милли премияһының “Иң яҡшы туристик MICE-ваҡиғаһы” номинацияһында гран-при яулай.
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.