Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2021, 14:45

БДУ-ла белемде бушлай камиллаштырырға була

Башҡорт дәүләт университетында Рәсәйҙең 23 төбәгенән өс меңдән ашыу кеше Башҡортостанда бушлай белемен камиллаштыра. Уҡыу “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” федераль проектына ярашлы ойошторолған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

“Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” проекты 2019 йылда илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан ғәмәлгә индергән
Ул Рәсәй граждандарына өр-яңы һөнәри компетенцияларға һәм оҫталыҡҡа эйә булыу мөмкинлеге бирә.
Уны тормошҡа ашырыуҙа илдең 50 вузы, шул иҫәптән БДУ ҡатнаша.
Университет психология, социология, һанлы технологиялар, геофизика, педагогика, медиа, коммуникациялар, инженерлыҡ-техник өлкә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса 23 белем биреү программаһы тәҡдим итә.
Әле Башҡорт дәүләт университетындағы программалар буйынса Башҡортостанда, Ҡырым Республикаһында, Мәскәү өлкәһендә, Краснодар крайында, Татарстанда, Мари Эл Республикаһында, Магадан өлкәһендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр уҡый.
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: