Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 09:00

9 ғинуар – Халыҡ бейеүҙәре көнө

Ә һеҙ бейеү таҡмаҡтары беләһегеҙме?Аяғыңдағы итегеңАмериканский икән...

Аяғыңдағы итегең
Американский икән,
Һикереп төшөп бейеүҙәрең
Әтәстәрский икән.
Бейе,бейе бейеүсе ,
Иҙән буйлап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп - беренсе.
Бейер ул,бейер ул,
Бейер өсөн килгән ул.
Дуҫтарының күңелдәрен
Асыр өсөн килгән ул.
Бейеүсенең итәгенә
Алма һүрәте төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ
Яңы бейергә төшкән.
Бейе , бейе Хәйбулла
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай булһа ла,
Кеҫә яғы һай була.
Читайте нас: