Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 17:50

• Ғаиләләр ярышты

“Урал” спорт һәм ял паркы майҙанында ла ғаиләләр ҡатнашлығындағы муниципаль этап ярыштары онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырғандыр, моғайын.

Ҡышҡы уйындар үҙе бер кинәнес инде ул! Бала-саға сана шыуһынмы, саңғыла елһенме, тимераяҡта шыуһынмы йә төрлө һындар әүәләп ярышһынмы – барыһы ла күңелде күтәрә торған шөғөлдәр. Ә инде өлкәндәр ҙә ҡушылһа, бигерәк тә күңелле.
«Яңы йыл ғаилә уйындары» Ауырғазы районының һәр мәктәбендә үтте. “Урал” спорт һәм ял паркы майҙанында ла ғаиләләр ҡатнашлығындағы муниципаль этап ярыштары онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырғандыр, моғайын.
Балалар ата-әсәләре менән хоккей уйнаны, саналарҙа, тюбингтарҙа шыуҙы. Һәр ғаилә оҫтлаығын, йылғырлығын, берҙәмлеген күрһәтте. Һәр береһе сәмләнеп үҙ командаһына мәрәйҙәр килтерергә тырышты.
Тимофеевтар ғаиләһе иң яҡшы күрһәткестәр менән беренсе урынды яуланы. Яҡуповтар - икенсе, Ҡотлоюловтар - өсөнсө, Рәхмәтуллиндар - дүртенсе. Нисек кенә булмаһын, балалары менән бергә хәрәкәтле уйындар уйнап, спорт менән шөғөлләнгән ғаиләләр тик хуплау һүҙҙәренә лайыҡлы. Был, берҙәм сәләмәтлек өсөн ыңғай йоғонто булһа, икенсенән, балаларҙы әүҙем булырға, берҙәмлекте тойоп үҫергә ярҙам итә.
Ярыштар тамамланғас, район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы.
https://vk.com/club176532996 сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Фотолар шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: