Өфөлә йәшәүсе Обуховтар ғаиләһе «һалам» техникаһында эшләй. Бер ғаиләнән дүрт оҫта: Сергей, Елена, Марина һәм Роза Михайловна.
Ижад менән улар буш ваҡыттарында шөғөлләнә. Беренсе эштәрен 1981 йылда ижад иткәндәр. Ә 1994 йылдан халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк, республика күргәҙмәләрендә ҡатнашалар һәм бихисап дипломдарға, бүләктәргә эйә булғандар.
1996 йылдан ЮНЕСКО ҡурсаулығындағы “Тәбиғәт һәм ижад” ойошмаһы аағзалары. Обуховтар бер-береһенән айырылып торған 12 шәхси күргәҙмә ойошторған.
«Святость Рождества и волшебство Сказки» күргәҙмәһендә һаламды үреү техникаһында төрлө эштәрен күрергә була, улар араһында славян халҡы өйөн биҙәргә яратҡан “үрмәкселәр” күләмле композицияһы, рус әкиәттәре геройҙары, үткән һәм быйылғы йыл символдары бар.
Шулай уҡ улар иконаларҙы биҙәйҙәр, был уларҙың “һалам” техникаһын яңы сифатта күрһәтеүе.
Славян байрамдары һәм төрлө йолалар – Обуховтар ижадының нигеҙе. Бер нисә йыл инде Сергей Обухов үҙенең мауығыуын һәм ғәмәли-сәнғәт өлкәһендәге белемдәрен Өфөнөң «Злагода - Согласие» мәктәбендә балаларға өйрәтә. Был балалар коллективы өлгөлө исеменә лайыҡ булған һәм ижади эштәре менән уны раҫлап тора.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында мәктәптең уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында раштыуа байрамының төрлө мәрәкәләрен күрһәтеләсәк, шиғыр һәм йырҙар башҡарыласаҡ.
Обуховтарҙың һаламдан яһалған эштәре храмдарҙа, музейҙарҙа урын алған, төрлө илдәрҙә уларҙың ижады өйҙәрҙе биҙәй.
Шулай уҡ 12 ғинуарҙа сәғәт 12-лә «Урал» галереяһында Сергей Обуховтың оҫталыҡ дәресе үтәсәк.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.