Ярыштарҙа өс ғаилә командаһы ҡатнашты.
Улар “Ҡарҙа хоккей”, “Санала саңғы таяғы менән” һәм башҡа уйындарҙа сәмләнеп ярышты.
Ғаилә спорт уйындарында Килмәтовтар ғаиләһе еңеп сыҡты. Икенсе урында – Ханисламовтар, өсөнсө - Фарахетдиновтар!
Мәктәп директоры барыһын да ҡотланы, татлы приздар менән грамоталар тапшырҙы.
Ярыш күңелле һәм ҡыҙыҡлы булды!