Рух
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
6 Января 2021, 08:43

Күңелле лә ҡыш көнө!

Үтәймулла ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп балалар өсөн әүҙем уйындар көнө ойошторҙо.

Балалар төрлө уйындарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Күңелле эстафеталар, саналарҙа бер-береңде тартыу, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, арҡан тартыш кеүек хәрәкәтле уйындар барыһының да кәйефен күтәреп ебәрҙе.
Малайҙар, ҡыҙҙар ҡышҡы матур көндән, дәртләнеп ярышҡандан бит алмалары ҡыҙарышып, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, береһе лә өшөү тураһында уйлап та ҡараманы.
Читайте нас