Яңы йылдың беренсе минуттарынан бала табыу йорттарында табиптар өсөн ғәҙәттәге эш дауам итә.
Башҡортостанда 1 ғинуарҙың таңына тиклем 15 сабый яҡты донъяға килә. Төн уртаһынан иртәнге сәғәт алтыға тиклем арала 6 малай һәм 9 ҡыҙ тыуған
2021 йылдың беренсе бәпесе Өфөлә, республика перинаталь үҙәгендә Яңы йыл куранттары һуҡҡандан һуң ярты сәғәт үткәс тыуа. Уның ауырлығы 3,5 кг, кәүҙә оҙонлоғо 52 см.
Ә үткән йылда ошо уҡ ваҡытта 20 бала: 11 малай, 9 ҡыҙ тыуған.
Сабыйҙар тыуыуы буйынса рекордлы һан 2015 йылдың 1 ғинуарында теркәлгән. Ул төндә 29 сабый: 19 малай һәм 10 ҡыҙ тыуыуы билдәле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.ң
Фото: Р.Хәбиров сәхифәһенән.