Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2020, 11:25

Радий Хәбиров төбәктәге хәлде аныҡ баһаланы

29 декабрь көндө Радий Хәбиров матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул журналистар менән тамамланып килгән йылдың төп темалары буйынса фекер алышты, республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.

Республика башлығы үҙенең сығышында 2020 йылдың иң мөһим ҡаҙаныштарын билдәләп үтте. Уларҙың араһында «Янғантау» геопаркының бойондороҡһоҙ дәүләттәр араһында беренселәрҙән булып ЮНЕСКО системаһына инеүе тора.
Шулай уҡ Владимир Путин Шайморатов генералға Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреүе, Рәсәй хөкүмәтенең Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында «Алға» айырым иҡтисад зонаһын теркәүе, ике йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге федераль статусына эйә булыу – былар барыһы ла тамамланып килгән йылдың һөҙөмтәләре.
Радий Фәрит улы ике меңдән артығыраҡ өлөшсөләрҙең (2,5 меңе ҡалған) мәсьәләһен федераль саралар булышлығында хәл ителеүен әйтеп үтте. 2021 йылға транспорт реформаһы тамамланасаҡ һәм әле «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөүҙе тамалау өсөн һөйләшеүҙәр алып барыла..
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары фекеренсә, республика башлығының сығышы ихлас булды, ул республика клиник дауаханаһы һәм Ҡуштау буйынса үҙенең хаталарын таныуҙан ҡурҡманы, төбәктәге хәлдәргә аныҡ һәм объектив баһа бирҙе.
Матбуғат саралары мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: